«Рәсәй 24» каналы хәбәрсеһе ике йыл элек махсус операция биләмәһендәге ваҡиғаларҙы яҡтыртҡан ваҡытта Запорожье өлкәһендә һәләк була. Уның исемендәге ижади конкурс махсус хәрби операция һәм яңы төбәктәр тормошон яҡтыртҡан хәбәрселәргә арналған иң ҙур майҙансыҡ. Быйыл унда 44 төбәктән 400-гә яҡын киңъ мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Жюри 900 эш араһынан иң-иңдәрен һайлап, алты еңеүсене билдәләне. Улар араһында беҙҙең коллегаларыҙ, БСТ телеканалы журналистары Гүзәл Ситдиҡова менән Гүзәл Хәмитова ла бар.