Йөрәгем-кирелгән йәйә. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында билдәле яҙыусы Аҫылғужа Баһумановтың тыуыуына 80 йыл тулыу уңайынан ойошторолған әҙәби кисә шулай тип аталды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
«Йөрәгем-кирелгән йәйә» исемле хәтер кисәһендә Аҫылғужа Баһумановтың ҡатыны, ҡыҙы, ҡәләмдәштәре, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары, ауылдаштары ҡатнашты. Сарала яҙыусының башҡарған эштәре, ижады һәм тормош юлына байҡау яһалды, уның үҙе иҫән сағында уҡып яҙҙырған шиғырҙары яңғыраны.
Баймаҡтар әҙиптең яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлай. Муллаҡай мәктәбендә Аҫылғужа Баһумановҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, ауыл китапханаһы янында мемориаль китапхана булдырылған. Шулай уҡ яҡташыбыҙ 2002 йылда тыуған яҡты өйрәнеүселәр Әмир Сәйғәфәров һәм Рамаҙан Үтәғолов менән «Баймакский край» китабын баҫтырып, район тарихын мәңгеләштерҙе.
Яҙыусының вафатынан һуң ҡатыны Миңниса Баһуманова баҫылмай ҡалған әҫәрҙәрен бөртөкләп халыҡҡа еткереүен дауам итә. «Бөркөт саңҡыуҙары тынды Баймаҡта» тигән иҫтәлек китабын әҙерләгән. Ҡыҙы Гөлнәзирә шиғырҙарын, «Бирешмә, Бәҙри!» повесын, «Салауаттың йәше» романының бер өлөшөн рус теленә тәржемә иткән. Тимәк Аҫылғужа Баһумановтың ижады әле лә йәшәй.
Сәриә Әминева