Экспозиция ҡала халҡын, ҡунаҡтарҙы баш ҡаланың боронғо һәм хәҙерге иҫтәлекле урындарын һүрәтләгән рәссам-скетчерҙарҙың эштәре менән таныштыра. Үҙ картиналарын ижад итеү өсөн авторҙар төрлө техника ҡулланған. Һүрәттәр ручка, ҡәләм һәм буяуҙар менән төшөрөлгән. Музейҙа бөтәһе 30-ға яҡын ижали эш әтҡдим ителгән. Күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында профессиональ рәссамдар ҙа, һәүәҫкәрҙәре лә бар. «Өфө һүрәттәрен»ә 25 ноябргә тиклем тамаша ҡылырға мөмкин.