Баш ҡаланың театр проекты сираттағы ижад миҙгелен асты

Шулай ҙа Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлаусылар төркөмө тарафынан 2013 йылдың сентябрендә булдырылған коллектив миҙгел әйләнәһенә эшләне. «Мин бит әсәй» тип исемләнгән пьеса театр проекты етәксеһе Алһыу Ғәлина тарафынан ижад ителгән. Спектакль әсә бәхете тураһында бәйән итә, бала бағыуға бәйле мәсьәлә күтәрә.

 Беҙ театрҙы, тамашасыларҙы хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ. Спектаклде үҙенсәлекле итеп сәхнәләштерергә тырышабыҙ. Беҙҙең проектта ниндәйҙер сикләүҙәр юҡ. Ситтән килгән режиссерҙар репертуарҙы тулыландырыуға ла үҙ өлөшөн индерә. Яҡын арала Стәрлетамаҡ ҡалаһына гастролгә сығырға планлаштырабыҙ.

Алһыу Ғәлина, шәхси театр етәксеһе