Был байрам тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. Дүрт быуаттан ашыу элек Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе баҫҡынсыларҙан азат итә. Шул ваҡыттан алып ошо дата илгә хәүеф янағанда берҙәмлектең, татыулыҡтың төп көс булыуы хаҡында хәтерләтеп тора. Күп милләтле Башҡортостан өсөн Халыҡтар берҙәмлеге көнө айырым әһәмиәткә эйә, төбәктә быуаттар дауамында йөҙҙән ашыу милләт бер ғаилә булып дуҫ, татыу йәшәй. Байрам айҡанлы улар Өфөнөң «Торатау» конгресс холына йыйылды. Ҡунаҡтарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.Саранан БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Төркмәндәр, сыуаштар, марийҙар, мордвалар. Ҡурсаҡтар күргәҙмәһе күп милләтле илебеҙҙең бәләкәй бер күсермәһе, татыулыҡ, берҙәмлек сағылышы һымаҡ. Башҡортостан да үҙенә төрлө милләт вәкилдәрен һыйындырған.
Ҡурсаҡтар күргәҙмәһе Ишембай махсус уҡыу-тәрбиә биреү учреждениеһы уҡыусылары тарафынан әҙерләнгән. Оҫталар һәр бер миллләттең кейемен тарихи мәғлүмәттәргә, архив документтарына нигеҙләнеп, дөрөҫ итеп һынландырырға тырышҡан.
Күп милләтле Башҡортостан халҡы берҙәмлеге менән Бөйөк Еңеүгә, һуғыштан һуң илде аяҡҡа баҫтырыуға тос өлөш индерә. Беҙҙең республика ауыр мәлдәрҙә берләшеүҙең әһәмиәтен, көсөн яҡшы аңлай. Ул бөгөн дә үҙ асылына тоғро ҡала.
Башҡортостан социаль-иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк, әммә республиканың төп байлығы күп милләтле халҡы. Бәрәкәтле ерлектә 100-ҙән ашыу милләт дуҫ, татыу йәшәй. милли-мәҙәни үҙәктәр, фольклор коллективтары эшләп килә, тиҫтәнән ашыу телдә белем биреү ойошторолған. Республика халҡы үҙенең милли-мәҙәни ҡомартҡыларын һаҡлап, башҡаларҙыҡын хөрмәт итеп йәшәй. Шуға күрә Ашот Мурадяндың «Бер генә минутҡа» тип йырлап ебәреүенә лә ғәжәпләнерлек түгел.
Һөйләшкән тел, тотҡан дин айырыла, әммә маҡсаттар уртаҡ. Бөгөнгө көндә беҙ берләшеп алғы һыҙыҡтағыларға терәк-таяныс булып торабыҙ. Аныҡ эштәр менән ярҙам күрһәтеү мөмкинлегебеҙ бар.
Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сарала төрлө милләт вәкилдәре ҡатнашты. Хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды, байрамды төрлө телдәрҙә әҙерләнгән концерт номерҙары биҙәне.
Тарихтан тарҡат та идара ит тигән ҡағиҙә барыбыҙға ла яҡшы таныш. Сөнки тарҡау, бер-береһен күрә алмаған, нәфрәт тойғоһо йөрөткән халыҡты һындырыу, юҡҡа сығарыу күпкә еңел. Шуға күрә лә бөгөнгө ҡатмарлы шарттарҙа берҙәмлек төшөнсәһе айырыуса ҡиммәт. Сөнки ошо һынауҙарҙы беҙ берҙәм һәм бергә булғанда ғына үтеп сыға аласаҡбыҙ. Беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ.
Р.Кәримова