Мөмкинлектәр сикһеҙ. Һуңғы ун айҙа Республика мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән 1625 инвалидтың яртыһы эшкә урынлашҡан. Шул уҡ ваҡытта эш биреүселәр мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға вакансия, инфраструктура булдырыуға һәм стажировкаларға киткән сығымдары өсөн субсидия алыуға дәғүә итә. Благовещен ҡалаһындағы уңышлы миҫал менән БЮТ хәбәрсеһеГөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Ҡул көсө талап ителгән, яуаплы эш. Техник документтарға ярашлы, барлыҡ деталдәрҙе дөрөҫ итеп нығытып ҡуйырға кәрәк. Михаил Прозоров урам һәм сәнәғәттә ҡулланылған яҡтыртыу ҡорамалдарын йыйыу менән шөғөлләнә. Был һөнәрҙе ул яңыраҡ ҡына үҙләштергән. Заводта айына ике мең берәмек яҡтыртыу ҡоролмаһы етештерелә, продукция ил төбәктәренә оҙатыла.
Михаил Прозоров аутизмдан яфалана. Икенсе төркөм инвалиды булараҡ оҙаҡ ҡына эш таба алмаған, урамда реклама ҡағыҙҙарын да таратып ҡараған. Благовещен районындағы мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткәндән һуң ул урындағы яҡтыртыу-техник заводына стажировкаға саҡырыла. Яңы эш урыны булдырыу буйынса компанияға 80 мең һумлыҡ субсидия ла бүленә.
Республика мәшғүллек үҙәгенең Благовещен районы филиалы мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләһендә урындағы предприятиелар менән эште яйға һалған. Төрлө семинарҙар, вакансиялар йәрминкәләре үҙ һөҙөмтәһен бирә.
Республикала хеҙмәт йәшендәге 94 меңдән ашыу инвалид иҫәпләнә, уларҙың яҡынса 27 проценты төрлө предприятиеларҙа эшләй. Араларында үҙ эшен асыусылар ҙа бар. Профориентация, социаль адаптация булһынмы, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлауға булышлыҡ итеүме-мәшғүллек өлкәһендәге дәүләт ярҙамы саралары ихтыяж менән файҙалана.
Был аҙнала оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙы хеҙмәт урындары менән тәьмин итеүгә тағы ла күберәк көс-энергия өҫтәү бурысын ҡуйҙы. Яуаплы министрлыҡ-ведомстволар педприятиелар менән эште йәнләндерергә тейеш.
Гөлназ Хәйбуллина