Өфө Юридик институтына-55 йыл. Мөһим дата хөрмәтенә уҡыу йортонда тантаналы сара үтте.
Рәсәй Эске эштәр министрылығының Өфө юридик институты хоҡуҡ һаҡлау органдары өсөн алдынғы кадрҙар әҙерләй. 55 йыл эсендә 25 меңдән ашыу белгес сығарылған. Улар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә, закон һағында тора. Әлеге ваҡытта белем усағында меңгә яҡын курсант уҡый. Юбилей уңайынан институт коллективын һәм ветерандарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров исеменән Ирек Сәғитов тәбрикләне, шәхси составҡа наградалар тапшырылды.
Бүләкләнеүселәр араһында отставкалағы майор Дарис Әүхәҙиев та бар. Дарис Фәйзулла улы-Афған һуғышы ветераны. 90-сы йылдарҙа ул Өфө юридик институтында белем ала һәм шунда уҡ эшкә ҡала. Әле хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан курсанттар менән эшләүен дауам итә. Уҡыу йортондағы музейҙы етәкләй, экспонаттар фондын байытыу менән шөғөлләнә. Әйткәндәй, экспозициялар менән йыл башынан алып 18 меңдән ашыу кеше танышҡан. Ә махсус хәрби операцияға бағышланған күргәҙмә федераль кимәлдә ойошторолған музейҙар фестивалендә еңеүсе булған.