Республика йәмәғәтселеге Нурия Абдуллинаны хөрмәтләп иҫкә алды

Республика йәмәғәтселеге үҙешмәкәр композитор, йырсы һәм радиожурналист Нурия Абдуллинаны хөрмәтләп иҫкә алды. Бөгөн коллегабыҙҙың баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл.

Нурия Абдуллинаның йырҙары бөгөн дә тамашасы һорауы буйынса эфир даирәләрендә яңғырай. Нурлы, яғымлы ихлас тауышы менән ул күптәрҙең һөйөүен яуланы. «Юлдаш» каналында эшләгән йылдарҙа ла миллиондарса кешенең өйөнә ул үҙе алып барған «Ҡунағөй» тапшырыуы менән ҡунаҡҡа килә ине.

Нурия Абдуллинаны хөрмәтләп иҫкә алырға яҡындары, ауылдаштары һәм бергә эшләгән коллегалары килде. Тормошта ижадсының ярҙамын тойғандар һаманғаса рәхмәтле булыуын белдерҙе.

Әлшәй ҡыҙы Нурия Абдуллина хеҙмәт юлын Ейәнсура районында башлаған. 1996 йылдан «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһына ҡабул ителә. Радиола бик күп проекттар алып бара. Ә инде Нурия Нәсибулла ҡыҙы башлаған «Һөйөнсө, бәпес тыуған»-«Юлдаш»та иң оҙон ғүмерле рубрикалар иҫәбендә.

Азат Ғәлиуллин