Салауаттар яугирҙарға гуманитар ярҙам тапшырған

Ылауҙы махсус хәрби операция биләмәһенә ҡала хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллин оҙатып барған. Һалдаттар өс автомобиль, ике квадроцикл, 5 мотоцикл һәм күсмә мунсалы булған. Хәрбиҙәр шулай уҡ элемтә саралары, дрон детекторҙары һәм квадрокоптерҙар алған. Төҙөлөш материалдары, маскировка селтәрҙәре, окоп шәмдәре, медицина препараттары һәм шәхси посылкалар тапшырылған. Кәрәк-яраҡ яугирҙарҙың заявкаһы буйынса тупланған. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, ирекмәндәр, депутаттар һәм эшҡыуарҙар ҡатнашҡан.