4 ноябрҙә Рихард Зорге урамында урынлашҡан башня Рәсәй һәм Башҡортостан флагтары менән биҙәлә. Яҡтылыҡ панноһына Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тигән яҙма сығарыла. Байрамса биҙәлеш киске сәғәт 7-нән 9-ға тиклем дауам итә. Останкино башняһында иһә Рәсәй байрағы төҫтәрендәге ҡотлау видеояҙмаһы күрһәтелә. Акцияла Әстрахан, Братск, Бөйөк Новгород, Грозный һәм башҡа ҡалаларҙағы башня һәм мачталар ҡатнаша.