Ул 11 ноябрҙә киске сәғәт етелә үтә. Әйтергә кәрәк, халыҡты борсоған һорауҙар яуапһыҙ ҡалмайй. Салауат районының Мөрсәлим ауылы халҡы ла быйыл, ниһайәт Өфөгә һәм Силәбегә үҙ ауылынан тимер юл транспортына ултыра ала. Быға тиклем улар өсөн юл йөрөү ысын мәғәнәһендә ғазапҡа тиң булған. Баш ҡаланан 210 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан ауыл халҡы былтыр төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Мәсьәләнең хәл ителеше тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева
Мөрсәлимдәр поезд тауышына өйрәнеп бөткән. Бындағы тормош хатта тимер рельстар туҡылдауы ритмына көйләнгән тип әйтергә мөмкин. Тик тимер юлы транспортының уңайлыһы булмаған. Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе сигендәге Мөрсәлим ауылы халҡы Өфөгә юлланыр өсөн 50 саҡырым алыҫлыҡтағы Ҡатаутамаҡҡа барып унан электричкаға ултырған. Баш ҡала менән транспорт бәйләнеше булдырыуҙы һорап улар Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткән. Мәсьәлә быйыл яҙ хәл ителгән - Өфөнән Ҡатаутамаҡҡа барыусы электричка 30 марттан Мөрсәлимгә тиклем оҙайтылған. Ул йома һәм ял, байрам көндәрендә юлға сыға.
Республиканың төнъяҡ- көнсығыш халҡы өсөн тағы бер шатлыҡ. 1 августа Өфөнән Силәбегә ебәрелгән «Ҡарлуғас» электропоезы ла Мөрсәлимдә туҡтала.
Юғары тиҙлекле тимер юл транспорты Дим биҫтәһендә асылған яңы вокзалдан ҡуҙғала. Ул аҙнаһына өс тапҡыр - йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә йөрөй. Яңы ҡала-ара маршрутҡа Куйбышев тимер юлы етәксеһе менән төбәк етәксеһе Радий Хәбиров старт бирҙе.
Электропоезда машинистар өсөн дә, пассажирҙарға ла бар уңайлыҡтар ҡаралған. Составта 500 кеше һыйҙырышлы алты вагон. Юл ваҡыты Силәбегә тиклем 9 сәғәттән ашыу.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Радий Хәбиров менән Тура линия 11 ноябрҙә үтә. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы Башҡортостан Башлығының сайтында, MAX һәм «Телеграм» ҡушымталарында, «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында ҡалдырырға була. Видеомөрәжәғәттәр иһә 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.
Рәмилә Исмәғилева