Эшҡыуарҙарға - дәүләт ярҙамы. Әлшәй районында фермер ауыл хужалығы министрлығы грантын отоп 5 млн һум ярҙам алған. Раевка ауылында йәшәүсе Фәнзил Фәйзрахманов был суммаға 20 һыйыр һәм трактор һатып алған. Герефорд тоҡомло һыйырҙарҙы ул ит продукцияһын етештереүҙә файҙаланырға ниәтләй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Һыҙғыртҡыс тауышын малҡайҙар көтөп ала. Фермер Фәнзил Фәйзрахманов һыйырҙарҙы ашарға һыҙғыртҡыс менән саҡырып өйрәткән. Герефорд тоҡомло 20 һыйырҙы ул дәүләт ярҙамы менән һатып алған. Ауыл хужалығы министрлығының «Агростартап» гранты буйынса ул 5 млн һумға һыйырҙар һәм трактор һатып алған.
Герефорд тоҡомло һыйырҙар аҫрау өсөн бик ҡулай мал ти , Фәнзил Фәйзрахманов. Һалҡын климат шарттарын еңел үткәргән, физик күҙлектән сыныҡҡан һыйырҙар һөт һәм ит продукцияһын етештереү өсөн килемле.
Һыйырҙарҙан тыш фермер йылҡы аҫрай. Аттар иһә ашау ваҡытын һыҙғыртҡыс менән түгел, машина сигналы менән көтөп ала.
Ауыл хужалығы йүнәлешендә яңы үҫешә башлаған эшҡыуар киләсәктә хужалыҡты киңәйтеп ит эшкәртеү производствоһын ойошторорға ниәтләй. Яңы хужалыҡта эш урындары булдырып ул сифатлы ризыҡтар етештерергә өмөт тота.
Ф. Ким