Шаран ауылының 1-се мәктәбендә Дмитрий Кармишин иҫтәлегенә Герой партаһы асылды

Дмитрий Карми́шин 1926 йылдың 4 ноябрендә Шаран районы Залесовка ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы яуҙары штурман булып үтә. 1956 йылдың 7 ноябрендә Венгр халыҡ республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Сарала уҡыусылар Геройҙың данлыҡлы яу юлы һәм тормошо тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән танышты. Уларға Дмитрий Кармишиндың балалары Лидия һәм Владимир Кармишиндар менән видеобәйләнеш ойошторолдо. Герой партаһында мәктәптең иң лайыҡлы уҡыусылары ғына ултырасаҡ. Иң тәүгеләр булып унда ултырыу хоҡуғына уҡыу алдынғылары Никита Алтанбаев менән Эльвина Хәбибуллина лайыҡ булды.