Бер сафта. Миәкә районында ошондай исем аҫтында хәйриә концерты ойошторолдо. Ул «Еңеү өсөн» ойошмаһы тарафынан әҙерләнгән. Сара сиктәрендә түңәрәк өҫтәл һәм хәйриә тамашаһы үтте.
Миәкә районының «Еңеү өсөн» ойошмаһы махсус хәрби операция башланғандан алып алғы һыҙыҡтағы егеттәргә өҙөклөкһөҙ ярҙам итә. Ирекмәндәр яугирҙарға маскировка селтәрҙәре үрә, аҙыҡ-түлек әҙерләй, кейем-һалым ебәрә. Шулай уҡ осоу аппараттары, һаҡланыу ҡоролмалары алыу менән ярҙам итә. Гуманитар ылауҙы улар үҙҙәре алып барып тапшыра. Хәйриә концерты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың яҡындарына ярҙамдың бер өлөшө. Сарала ошо районда тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ артисы Венер Камалов, Өфө сәнғәт колледжының «Саптар» этно-төркөмө, райондың сәнғәт оҫталары ҡатнашты. Хәйриә сараһында йыйылған аҡсаға яугирҙарҙың һорауҙары буйынса кәрәк-яраҡтар алынсаҡ. Әлеге ваҡытта Миәкәнән яҡташтарыбҙға сираттағы гуманитар ылау әҙерләнә.