«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы ойошторған «Күренекле шәхестәрҙең имиджы» курстары тамамланды

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәтенең телерадиосәнғәт мәктәп-студияһы ойошторған «Күренекле шәхестәрҙең имиджы» курстары тамамланды.

Дәрестәрҙе танылған имиджмейкерҙар, бизнес-тренер, карьера үҫтереү буйынса эксперт, имидж-консультант, ораторлыҡ оҫталары, стилист, визажист, этикет белгестәре алып барҙы. Уҡыуҙар эфирҙа, экранда, социаль селтәрҙәрҙә, төрлө аудиторияларҙа сығыш яһаған, халыҡ араһында танылыу тапҡан кешеләр өсөн ойошторолдо. Курсты үтеүсе 30 кешегә дәүләт өлгөһөндәге таныҡлыҡ тапшырылды. Белемен камиллаштырыусылар араһында телевидение алып барыусылары, махсус хәрби операция ветерандары, кадрҙар бүлеге етәкселәре, инженерҙар, эшҡыуар һәм башҡа һөнәр эйәләре лә бар.