Урындағы халыҡ Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды, һәүәҫкәр артистар әҙерләгән концерт ойошторолдо. Күп милләтле Иглин районы ансамлдәре тәҡдим иткән мәҙәни программаны тамашасылар йылы ҡабул итте. Урындағы мәҙәниәт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрмикәһе ойошторолдо. Бында ит, һөт продукцияһы, татлы ризыҡтар урын алды. Халыҡтар берҙәмлеге байрамы төбәктең бөтә район-ҡалаларында ла үтә. Байрам батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек сифаттарын мәңгеләштереү, Ватанға тоғролоҡ һаҡлау ҡиммәттәрен мәңгелләштерә.