Балтас районында модулле турбазалар төҙөлә

Әлеге ваҡытта төбәктә заманса глэмпингтарҙы үҙ эсенә алған ике инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Был эшмәкәрлек «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ» милли проекты буйынса, субсидия иҫәбенә алып барыла. Балтастың ике эшҡыуары 17 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алған. Киләһе репортаж туризмды үҫтереү буйынса эшмкәрлек барышы тураһында.

Ял базаһында әле ҡышҡа әҙерлек эштәре бара, киләһе миҙгелдән бында мунса һәм асыҡ һауа аҫтында һыу инеү урындары барлыҡҡа киләсәк. Марат Хәйруллин туризм өлкәһендә 10 йылдан ашыу эшләй, әммә ғаилә бизнесын тап үҙенең тыуған яғында, Балтас районында асырға хәл иткән. Бында туристарҙы хозур тәбиғәт, заманса уңайлы ял базаһы ғына түгел, ҡыҙыҡлы маршруттар ҙа көтә.

Ял базаһы ситтән килгән туристарҙы ғына түгел, эргәлә ауылдар халҡын да йәлеп итә. Глэмпинг ғаилә байрамдар ойоштороу, осрашыуҙар уҙғарыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн ҡулай. Ул йыл әйләнәһенә эшләй. Һәр өйҙә йоҡо, аш-һыу, йыуыныу бүләмләре бар, улар көнкүреш кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған.

Эшҡыуарҙар быуаны төҙөкләндерергә һәм һыу буйынса йөрөү өсөн уңайлы һуҡмаҡ эшләргә йыйына Әле иһә эргә-тирләге биләмәне төҙөкләндереү, тәртипкә килтереү дауам итә. Хужалар әйтеүенсә, Балтас глэмпингтары Башҡортостандың ғына түгел, сит өлкә туристарның да яратҡан урынына әүерелә бара.

Глэмпингтарҙың үҙенсәлеге шунда- ял базалары хозур тәбиғәт урынлашҡан, әммә шарттар заманса, уңайлы. Һәм тап улар туристар ҙа ҙур ихтыяж менән файҙалана һәм ял итеүселәрҙең ағымы артыуға килтерә. Һандарға килгәндә, Башҡортостанға йыл башынан 1 миллион ярымға яҡын кеше килгән. Республика Хөкүмәтендә билдәләүҙәренсә, 5 йылдан туристар иҫәбе йылына ике тапҡырға артыр тп көтөлә.

Рәмзиә Кәримова