Салауат Юлаев исемендәге батальоны яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте

Салауат Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙарын махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Яҡташтарыбыҙ Донецк һәм Белгород йүнәлешендә ил адындағы бурысын үтәй. Башҡорт халҡының милли геройы исемен йөрөткән батальон өс йыл элек хәрби хәрәкәттәр һәм көс структуралары ветерандары башланғысы менән Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре составында ойошторолдо. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн күп кенә яугирҙар дәүләт наградаларына лайыҡ булған. Яугирҙары оҙатыу өсөн Совет майҙанына туғандары, коллегалары һәм дуҫтары килде. Хеҙмәт итеү урынына улар уңайлы автобустарҙа юлланды.