Оҫта ҡуллы һәм изге күңелле. Әлшәй районы Иҫке Аҡҡолай ауылында йәшәүсе Әлфиә Солтанова балалары һәм ауылдаштары менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләй. Улар алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға ҙур күләмдә сәк-сәк, туҡмас, ҡорот, сәйҙәр оҙата. Буш ваҡытында Әлфиә Солтанова туҡыманан юрған, бетеүҙәр тегә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Оҙаҡ йылдар Иҫке Аҡҡолай мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып эшләгән Әлфиә Солтанова хаҡлы ялда ҡул эштәре менән шөғөлләнә. Пандемия осоронда ул бетеүҙәр, юрған, мендәрҙәр эшләй башлаған. Ижадында ул йыл миҙгелдәре, башҡорт ырыуҙары менән бәйле билдәләргә иғтибар йүнәлтә.
Әлфиә Солтанова тормош иптәше менән өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Ейән-ейәнсәрҙәре менән ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға күстәнәстәр әҙерләп оҙата. Сәк-сәк, туҡмас, тәм-томдар ай һайын алғы һыҙыҡтағы егеттәргә ебәрелә. Изге эште ул ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙар менән бергә башҡара.
Ғүмерен мәктәптә балалар уҡытыуға бағышлаған Әлфиә Солтанова әүҙем тормош менән йәшәй. Ирекмән булараҡ яугирҙарға ярҙам эшендә ҡатнаша, ауыл мәҙәниәт йортондағы сараларҙан ситтә ҡалмай. Ышаныслы тыл төшөнсәһе Әлфиә Солтанова кеүек оло йөрәкле гүзәл заттарҙан башлана.
Ф.Ким