Пилоттар ҡанат һелтәп түгел, сәхнәлә илһамланып оса

Ноябрь - «Первушин» кесе авиация аэродром комплексы осоусылары өсөн ял ваҡыты. Ҡыш етеп ҡар ятҡансы самолеттарҙа күккә күтәрелеүҙәр туҡтатылып тора. Тик бындай ваҡытта ла комплекс хеҙмәткәрҙәре файҙалы итеп үткәрә. Мәҫәлән, сәхнәлә уйнай. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

Илсур Ибраһимов һөнәре буйынса мәғлүмәт технологиялары белгесе. Буш ваҡытында иһә самолетта осорға өйрәнә. Яратҡан шөғөлө виртуаль донъянан айырмалы ныҡышмаллыҡ, батырлыҡ кеүек сифаттарҙы тәрбиәләй. Аэродром етәксеһе менән ул сираттағы тапҡыр күккә күтәрелде. Осоусылар династияһынан булған инструктор менән осоу бар кемгә лә хас ҡурҡыу тойғоһон еңергә ярҙам итә. Сөнки тәжрибәле пилот психолог булараҡ та кәңәштәр бирә.

Курсанттар менән бындай осоштар был миҙгелдә һуңғыһы. Көҙ менән ҡыш, ҡыш менән яҙ миҙгелдәре араһында өс аҙна тирәһе самолетта осоу туҡтатылып тора, ти Сергей Миңлеғолов. Был ваҡытта осоусылар һаулыҡ торошон тикшертә, теоретик белемдәрен нығыта, курсанттар менән эшләй.

Күп яҡлы шәхескә ҡарата Александр Пушкиндың «Евгений Онегин»ындағы- «Караптан- балға» әйтемен үҙгәртеп «Күктән- сәхнәгә» тип алыштырырға була. Сергей Миңлеғолов осоусы костюмын сәхнәнекенә алыштырып кейә. Летчик Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыласаҡ Пьер Бомаршеның «Тынғыһыҙ көн, йәки Фигароның өйләнеүе» спектаклендә Граф ролен уйнай.

Сәхнәлә уларҙы театр актерҙарынан айырырлыҡ түгел. Хәйриә спектаклендә ҡатнашыусылар башлыса эшҡыуарҙар. Билет һатыуҙан килгән аҡсаның бер өлөшө аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге һәләтле балаларға бүләк ителәсәк. Труппа проектта 8-се йыл ҡатнаша.

Проектта ҡатнашыусылар билдәләүенсә, һәр кемдең тәбиғәттән бирелгән төрлө һәләттәре бар. Донъя мәшәҡәте, төп эштән тыш уларҙы асырға ваҡыт бүлергә кәрәк. Сөнки яратҡан шөғөлдәр тормошто матурыраҡ күрергә өйрәтә, йәшәүгә көс бирә.

Рәмилә Исмәғилева