Өфөлә «Елкән» башҡорт классик музыкаһын йәш башҡарыусыларҙың асыҡ телевизион конкурсы финалы үтте

Республиканың иң һәләтле 12 йәш йондоҙсоғо Дмитрий Крюков етәкселегендәге Дәүләт академия симфоник оркестры менән бер сәхнәгә сыҡты. Йәш пианистар, скрипкасылар, баянсылар һәм ҡурайсылар оҫталыҡта ярышып, тамашасыларға онотолмаҫлыҡ тамаша бүләк итте.

Кисә - парта артында, бөгөн - Башҡортостандың төп оркестры менән фортепиано артында. Бәләкәй артистар тәжрибәле музыканттар менән соло уйнай. Бишенсе йыл барған «Елкән» проекты - ул конкурс ҡына түгел. Был - башҡорт академия музыкаһы өсөн ҡеүәтле двигатель. Йәш быуындың янып торған күҙҙәрҙенә ҡарап, башҡорт классик ижадының киләсәге яҡты булыуына ышанаһың. Конкурс финалы өсөн махсус рәүештә яңы әҫәрҙәр яҙылған. Быйыл Рафаил Ҡасимов, Артем Ураҙбаев һәм республиканың башҡа күренекле композиторҙары музыкаһы яңғыраны. «Елкән» проектының йәш ҡатнашыусылары башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәренә яңы һулыш бирҙе, тыуған яҡтың тарихын ижад аша еткерә алды.