Владимир Путин Радий Хәбировты Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Бөгөн илебеҙ Халыҡтар берҙәмлеге көнөн билдәләй. Рәсәй пррезиденты Владимир Путин Башҡортостан башлығы Радий Хәбировҡа байрам уңайынан ҡотлау юлланы.

"Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым! "Рәсәй һәр ваҡыт гражданлыҡ теләктәшлеге традициялары, Ватандың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көслө булды. Һәм бөгөн дә халыҡтар берҙәмлеген һаҡлау - беҙҙең ҡаҡшамаҫ йүнәлешебеҙ, илдең ышаныслы үҫешенә, уның именлеген нығытыуға, күләмле дөйөм милли мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеүгә ышаныслы нигеҙ".

Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан шулай уҡ Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм башҡа рәсми вәкилдәр ҡотланы.