Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та күп милләтле республикабыҙ халҡын илебеҙҙең төп дәүләт байрамдарының береһе - Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы.
Республикала йәшәүсе халыҡтар дуҫлығы - беҙҙең төп байлығыбыҙ. Был беҙҙең көсөбөҙ һәм бөйөклөгөбөҙ. Беҙ төрлө телдәрҙә һөйләшәбеҙ, төрлө дин тотабыҙ, әммә берҙәм булып ҡалабыҙ. Быуаттар дауамында Рәсәйҙә йәшәгән халыҡтар дошман алдында тағы ла нығыраҡ берләшә. Хәҙер ҙә шулай, беҙҙең егеттәр махсус хәрби операцияла фашистарға ҡаршы көрәшә. Һәм беҙҙе уртаҡ еңеүгә ышаныу берләштерә. Барығыҙға ла һаулыҡ, именлек теләйем. Тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөйөк Рәсәйебеҙ сәскә атһын! Байрам менән!, тиелә республика башлығы ҡотлауында.