Стәрлетамаҡ сәнәғәт комплексына ике пилотһыҙ осоу ҡоролмаһы менән террористик һөжүм ителде

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итте. "Оборона министрлығы һәм предпритиеның хәүефһеҙлек идаралығы көстәре ике пилотһыҙ осоу ҡоролмаһын да бәреп төшөрҙө. Уның ҡалдыҡтары цех эргәһендәге майҙанға төштө. Вафат булыусылар һәм зыян күреүселәр булманы. Предпритие штатлы режимда эшләй" тип яҙып сыҡты Радий Хәбиров.