Ат спорты һәм футбол менән шөғөлләнеүселәргә ярҙам. Мәләүез ҡалаһының "Толпар" ат-спорт комплексы хеҙмәткәрҙәре һәм "Мәләүез" балалар футбол клубы тренер-уҡытыусыһы төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа тура эфирға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Мәсьәләнең хәл ителеше тураһында киләһе яҙмала.
Пежо ҡушаматлы пони Ҡыҙыл майҙанда сығыш яһап Кремль кубогын яулаған. Тик йәш спортсылар һәм аттар өсөн оҙаҡ йылдар дауамында капиталь ремонт күрмәгән биналар һәм ат һарайҙары айырыуса хәүеф тыуҙырған. Кейенеп-сисенеү, йыуыныу бүлмәләренә ремонттан һуң балалар спорт менән тағы ла дәртләнебәрәк шөғөлләнәнә, уңыштарға ирешә башлаған.
"Толпар" -Башҡортостандың көньяғында майлай-ҡыҙҙарҙы ҙур еңеүҙәргә әйҙәгән берҙән-бер ат спорты комплексы. Бында Мәләүездән генә түгел, күрше ҡала һәм райондарҙан да 90-дан ашыу бала шөғөлләнә.
Ат спорты комплексы коллективы республика етәселеге артабан да уларға ярҙам итер тип өмөтләнә. 2022 йылда "Башҡорт аты" фестивалендә Радий Хәбиров биналарҙы капиталь ремонтлауға аҡса бүлергә ҡушты. Ә былтыр хеҙмәткәрҙәр ҡыйыҡты, кейенеү бүлмәләрен һәм башҡа биналарҙы ремонтлауҙы тамамлауҙа ярҙам һорап төбәк башлығының тура линияһына мөрәжәғәт итте. Мораҡтан ҡыҙын аҙнаһына 4 тапҡыр ипподроиға күнекмәләргә йөрөтөүсе Гөлшат Хәлимова республика етәселегенең спортҡа ҡарата иғтибарын яҡшы күренеш булараҡ юғары баһалай.
2024 йылда республика башлығы менән тура бәйләнешкә Глеб Кулакин да мөрәжәғәт итте. Ул "Мәләүез" балалар футбол клубының тренер-уҡытыусыһы Радий Хәбировтан "Спартак"стадионын реконструкциялауҙы тамамлауҙа ярҙам һорай. Аҡса бүленгән, спорт объекты күптән түгел үҙ ишектәрен асҡан.
Яңы стадион йәш спортсыларға киң мөмкинлектәр аса. Хәҙер уларҙың футбол командаһы Рәсәй беренселегендә лә ҡатнаша ала. Икенсе кимәлгә, ышаныслы тренерҙар, стадиондың асылыуын түҙемһеҙлек менән көткән йәш еңел атлеттар ҙа сыға аласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл Радий Хәбиров менән Тура линия 11 ноябрҙә үтә. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы Башҡортостан Башлығының сайтында, MAX һәм "Телеграм" ҡушымталарында, "Бәйләнештә" һәм "Класташтар" социаль селтәрҙәрендә, шулай уҡ "Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ" сервисында ҡалдырырға була. Видеомөрәжәғәттәр иһә 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.
Гүзәл Борханова