Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер мең FPV-дрон килде

Бөгөн Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә бер мең FPV-дрон килде. Пилотһыҙ осоу аппараттары Башҡортостан хәрбиҙәре өсөн тәғәйенләнгән. Мобилизацияланғандар һәм контрактсылар уларҙы хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн файҙаланасаҡ. Дрондарҙы "Башҡортостан" полкы һәм Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Салауат Юлаев батальоны хәрбиҙәре лә алды.

Республика осоу аппараттарын махсус хәрби операция биләмәһенә даими оҙата. FPV-дрондар уәм уларға комплектлаусы материалдар Башҡортостанда йыйылған. Ғаризалар туранан-тура төбәктә ойошторолған подразделениеларҙан килә. Яугирҙар ярҙам өсөн барыһына ла рәхмәт белдерҙе һәм яҡташтарын байрам менән ҡотланы.