"Башҡортостан" мотоуҡсылар полкының хәрби-сәйәси эш пунктында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған сара уҙҙы. Был байрам фронт шарттарында айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә тип билдәләне яугирҙарҙы сәләмләп, "Борус" ҡушматлы полк командиры урынбаҫары. Ул айырым офицерҙарға сираттан тыш хәрби дәрәжәләрен күтәреү тураһында бойороҡто еткерҙе һәм йондоҙло пагондарҙы тапшырҙы. Шулай уҡ фиҙаҡәрлек күрһәткән яугирҙар Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Байрам сараһы халыҡтар берҙәмлеге көнө тарихын сағылдырған фильм ҡарау менән тамаланды.