Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан Шаран районы Дүртөйлө ауыл мәҙәниәт йортонда хәйриә концерты ойошторолдо. Унда райондың һәм күрше Туймазы ҡалаһы һәм районының үҙешмәкәр сәнғәт оҫтапары сығыш яһаны. Концертҡа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары һәм ялға ҡайтҡан яугир ҙа саҡырылғайны.
Дүртөйлө ауыл биләмәһендә йәшәүселәр яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыу, маскировка селтәрҙәре үреү ойоштороп еңеүҙе яҡынайтыуға тос өлөш индерә. Хәйриә сараһында ауыл биләмәһенең илһөйәр граждандары Шаран районы хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, ветерандар советының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Ирекмәндәр клубының иң әүҙем алты ағзаһы "Рәсәй патриоты" миҙалына алйыҡ бҡлды. Ауыл биләмәһе активы ҡарары менән, концерттан йыйылған аҡса маскировка селтәрҙәре үреү өсөн материалдар һатып алыуға йүнәлтеләсәк.