Скульптура урындағы эшҡыуар башланғысында тормошҡа ашырылған. Әлеге ваҡытта һәйкәл урынлаштыраласаҡ майҙан тәртипкә килтерелә. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Иҫке Ғүмәр ауылында йәшәүселәр ҡул ҡаушырып ултырырға күнекмәгән. Улар гел эштә. Әле лә күмәкләшеп ауыл зыяратын кәртәләү менән мәшғүл. Төҙөлөш материалдары "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" программаһы сиктәрендә алынған. Ғөмүмән, социаль проектта улар йыл да ҡатнашырға тырыша. Мәҫәлән, трактор былтырғы эш һөҙөмтәһе.
Ир-егеттәр зыярат кәртәләгән арала, ҡатын-ҡыҙҙар Иҫке Ғүмәр ауылының үҙәк майҙанын тәртипкә килтерҙе. Яҡын арала улар күләмле сара ойошторорға ниәтләй. Ауылға нигеҙ һалыусы хөрмәтенә һәйкәл асыу тантанаһы көтөлә. Скульпторы урындағы эшҡыуар Айрат Лоҡманов. Ул уның эшҡыуарҙың тәүге хеҙмәт емеше.
Һәйкәл өҫтөндә эш бер йыл самаһы дауам итә. Эште тормошҡа ашырыуҙа Айрат Лоҡмановтың алған белеме, урындағы тарих менән ҡыҙыҡһыныуы этәргес биргән.
Бөгөн Ғүмәр ҡарт һалған ауыл нигеҙен 18-се быуын вәкилдәре йәшәй. Бер нисә йылдан урындағы халыҡ Иҫке Ғүмәрҙең 300 йыллығын билдәләйәсәк. Уға тиклем ауылдаштар эргә-тирәне тәртипкә килтереп, иҫтәлекле тематик аллеялар ултыртырға иҫәп тота.
Азат Ғәлиуллин