Башҡортостанда "Беренселәр ғаиләләре" уйындарының финалы тамамланды

Максим Серафимов исемендәге "Патриот" паркында "Беренселәр ғаиләләре" уйындарының финалы тамамланды.

Конкурста республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәренән һәм ҡала округтарынан 3 мең ғаилә ҡатнашҡан. Шишмә районында 3 көн дауам иткән сарала финалға сыҡҡан 69 ғаилә көс һынашты. Улар спорт эстафеталарында, викториналарҙа, квестарҙа ҡатнашты. Проект ғаилә менән бергә әүҙем ял итеүҙе ойоштороу, ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән.

Бөгөн ҙур ғаилә уйындарын ябыу тантанаһы үтте. Унда номинацияларҙа еңеүселәр һәм призлы урындар, шулай уҡ конкурстың абсолют еңеүсеһе иғлан ителде.