Салауат районы Мөрсәлим ауылында ирекмәндәр махсус хәрби операция өсөн маскировка селтәрҙәре үрә

Яугирҙар өсөн ауыл ағинәйҙәре ойоҡбаштар бәйләй. Окоп шәмдәренән тыш бында оҙаҡ яныусы сыраҡтар ҙа әҙерләнә. Ауыл халҡы хәйриә концерттары ойоштороп, унан килгән аҡсаға фронт кәрәк-яраҡтары һатып ала.