Шаранда «Шаран турғайы» балалар фестиваль-конкурсы үтте

Кескәйҙәр йыр аша туған теленә һөйөүен белдерҙе. Шаран ауылының Мәҙәниәт йортонда татар йырҙарын башҡарыусыларҙың «Шаран турғайы» балалар фестиваль-конкурсы үтте. Һигеҙенсе тапҡыр уҙғарылған конкурста 5 йәштән 14 йәшкәсә 23 уҡыусы ҡатанашты. Сәхнәлә улар татар халыҡ һәм эстрада йырҙарын башҡарҙы.