Ир-егеттәр армияға йыл әйләнәһе саҡырыла

Владимир Путин ошо турала законға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер табип тикшереүе, саҡырыу комиссиялары ултырышы йыл дауамында уҙғарыла. Һалдатҡа алыныусылар ғәскәрҙәргә 1 апрелдән 15 июлгә һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем арауыҡта оҙатыла. Законда повестка буйынса хәрби комиссариатҡа килеү мөҙәтте лә аныҡланған. Электрон документ Дәүләт порталына килгәндән һуң, ир-егеттәр унда 30 көн эсендә барырға тейеш.