Продукция Шишмә май һығыу заводында етештерелгән. Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 114 вагонға тейәлгән рапс майы лабораторияла тикшерелгән. Хәүефле матдәләр табылмаған. Быйыл 8 айҙа Ҡытайға 10 мең тоннанан ашыу ошондай продукция экспортҡа ебәрелгән, был уҙған йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға күберәк.