2026 йылда республиканан Һамарға электричка йөрөй башлай

Шулай уҡ Өфө менән Магнитогорскиҙы ҡала яны поезы тоташтырырға тейеш. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенән ошо турала белдерәләр. Быйыл 30 марттан Салауат районы Мөрсәлим ауылына тиклем электричка йөрөй башланы. Ярты йылда был маршрутҡа 12 мең ярым пассажир билет алған. 4 июлдән Өфө-Ырымбур йүнәлеше буйынса “Финист” юлға сыҡты. Ул йома, шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә хәрәкәт итә. Пассажирҙар ағымы былтырғы менән сағыштырғанда, 15 процентҡа артҡан. 1 августан Өфө-Силәбе араһын “Ҡарлуғас” поезы тоташтыра. Ике ай эсендә ул 9 мең пассажир ташыған. Һуңғы 4 йылда электричкалар паркы 70 процентҡа яңыртылған. 2026-2028 йылдарҙа “Финист” электр поездарының яңы составын алыу ҡарала. “Ҡала яны маршруттары Башҡортостан хөкүмәте ярҙамында арта”, - тип белдерәләр Куйбышев тимер юлынан.