Инвестиция күләме 20 миллион һумға баһалана. Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Азат Асҡаров белдереүенсә, яңы комплекс водителдәр һәм пассажирҙар өсөн уңайлы шарттар булдыра. Бында автосервис, яғыулыҡ ҡойоу станцияһы, шинамонтаж, сауҙа рәттәре, түләүле парковка һәм ял зонаһы урынлаша. Шулай уҡ ауыр йөк машиналары өсөн дә махсус туҡталҡа булдырыла.