Быйыл республикала 762 йорт төҙөкләндерелә

Уларҙа 130 мең самаһы кеше йәшәй. Ремонт өсөн 6 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Торлаҡ хужаларының капиталь ремонтҡа иғәнәләре  буйынса 1 миллиард ярым һум бурысы бар. Башҡортостан буйынса федераль инспектор ошо турала белдерҙе. Планға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙың түбәһе, фасады яңыртыла. Һыу торбалары һәм иҫке лифттар алмаштырыла. Бөгөн республикала күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр бер квадрат метр өсөн 13 һум 20 тин иғәнә түләй.  2014 йылдан башлап Башҡортостанда 8 мең йорт төҙөкләндерелгән.