Дәүләт йылъяҙмаһы ышаныслы ҡулдарҙа. Баш ҡалаға «Тарих һаҡсылары» 3-сө Бөтә Рәсәй слетында ҡатнашыусылар йыйылды. «Беренселәр хәрәкәте» менән «Юнармия» берлектә ойошторған сараға тотош илдән ярты меңдән ашыу үҫмер килгән. Хәҡиҡәт менән киләсәкте һаҡлаусыларҙы Радий Хәбиров та сәләмләне. Һеҙҙең ыңғай энергиянан киләсәккә ышаныс тағы ла арта, тине Башҡортостан башлығы йәштәр менән осрашыуҙа.
Хәтер тураһында мауыҡтырғыс итеп нисек һөйләргә? Медиакиңлектәрҙә тиҫтерҙәреңде йәлеп итерлек тарихи тапшырыуҙар эшләү серҙәре. Тәү ҡарашҡа ябай һорауҙар, әммә тап ошо мәсьәләләргә беҙҙең киләсәк бәйле. Үҫмерҙәрҙең ҡыҙыу фекер алышыуынан да сараның ни тиклем етди икәнлеген аңларға мөмкин. Тап ошондай бәхәстәрҙә генә дөрөҫ юлды, хәҡиҡәтте табырға мөмкин, ти слетта ҡатнашыусылар.
«Тарихи хәтерҙе һаҡлау», «Почетлы ҡарауыл», «Йәш хәбәрселәр», «Остазлыҡ», «Лидерҙар» һәм «Ирекмәнлек». Быйыл слетта ҡатнашыусылар ошо йүнәлештәр буйынса яңы проекттар әҙерләй. Иң яҡшы башланғыстар тотош илдә йәш быуынды тәрбиәләү эше нигеҙенә ятасаҡ.
Алыҫ Көнсығыштан алып Донбасҡа тиклем. Башҡортостанға илдең 75 төбәгенән биш йөҙҙән ашыу үҫмер йыйылған. Форум тотош илдән тарихҡа битараф булмаған уҡыусылар, остаздар һәм ата-әсәләрҙе берләштерә. Һеҙ ваҡыт уҙғарыу, ял итеү өсөн генә түгел, ә яңы бәйләнештәр булдырыу, проекттар табыу, яңы киңлектәр үҙләштереү өсөн йыйылғанһығыҙ. Һеҙҙең ыңғай энергиянан киләсәккә ышаныс тағы ла арта, тине Радий Хәбиров үҫмерҙәр менән осрашыуҙа.
Форумды «Беренселәр хәрәкәте» менән «Юнармия» берлектә ойоштора. Рәсәй Геройы, «Юнармия» ның баш штабы етәксеһе Владислав Головин киләсәкте һаҡлау тап тарихты өйрәнеүҙән башланыуын хәтергә төшөрҙө.
«Тарих һаҡсылары» слеты аҙна аҙағына тиклем дауам итәсәк. Йәштәр өсөн республика, уның тарихы менән танышыу өсөн бай программа ҡаралған. Был ваҡыт эсендә төрлө төбәктәрҙән килгән милләт вәкилдәре ныҡлы дуҫлашып та өлгөрәсәк. Был инде ил тарихының һәм киләсәгенәң төп нигеҙе, ти ойоштороусылар.
А.Кәбиров