Өфөнөң иң ҡыйыу кешеләре ҡараңғыла археология залдары буйлап интерактив экскурсияға барҙы

Баш ҡала «Сәнғәт төнө» Бөтә Рәсәй мәҙәни акцияһына ҡушылды. Быйылғы сара «Халыҡтың көсө-мәҙәниәттең берҙәмлегендә» девизы аҫтында үтте. Башҡортостан милли музейы үҙ ҡунаҡтарын боронғо тарихҡа сумдырҙы, кинолекторийҙа һуғыш йылдары атмосфераһын тергеҙҙе, интерактив программа ойошторҙо. Кисә дауамында музей фойеһында Башҡортостан халыҡтары бейеүҙәре менән таныштырҙы. Шулай уҡ традицион һөнәрҙәр буйынса бер нисә оҫталыҡ дәресе үтте.