Әле объектта һуңғы әҙерлек эштәре бара. Алдағы көндәрҙә эшселәр асфальт һала башлаясаҡ. Бер нисә көндән яңы күперҙә ҙур трафик менән транспорт хәрәкәте асыла. Был көндө төбәктең 9 ауылында йәшәүселәр ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. Сөнки төҙөлөш 11 йыл элек башланып, шунда уҡ туҡтап ҡалған. Проектта етди хата булыуы һөҙөмтәһендә объект бик түбән була, шунлыҡтын ташҡын һыуын үткәрмәү ихтималлығы арта. Ирекһеҙҙән урындағы халыҡ республика башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итә. 2022 йылда «Башҡортостан транспорт системаһын үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса төҙөлөш эштәре тергеҙелә.
Әле юлсылар күперҙең урҙаларын һәм терәүҙәрен буяй. Бер үк ваҡытта ҡоролманың инеү урындары төҙөкләндерелә. Яҡын көндәрҙә асфальт түшәлеп, тротуарҙар барлыҡҡа киләсәк. Дүрт километр ярым оҙонлоҡтағы юл һәм 77 метрлыҡ күпер ауылдарҙы район үҙәге менән яҡынайтасаҡ. Тимәк, урындағы халыҡҡа социаль объекттарға барып етеүе еңелерәк буласаҡ.