Белем усағы Бөтә Рәсәй кимәлендә үткәрелгән конкурста «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» исемен яуланы. Еңеүселәр менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова репортажы.
Дәрес дәрес менән, ә төшкө аш расписаниеға ярашлы. Ашханала һауыт-һаба һәм ҡалаҡ тауыштары ғына яңғырап тора. Мәктәпте, Стәрлетамаҡтың башҡа 18 белем усағын кеүек үк «Социаль туҡланыу үҙәге» хеҙмәтләндерә. Көн дә балаларға ике төрлө меню әҙерләнә.
Уҡыусыларға йәшелсә, емеш-еләк, аҡһым, углевод һәм башҡа кәрәкле туҡлыҡлы матдәләрҙән торған төрлө ризыҡтар тәҡдим ителергә тейеш. Йәғни, үҫеш өсөн кәрәкле витаминдар һәм минералдар булыуы мотлаҡ.
Төшкө аштың тәмле булыуын буш тәрилкәләрҙән дә күрергә мөмкин. Уның телде йоторлоҡ булыуын ил кимәлендә лә билдәләнеләр. Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» Бөтә Рәсәй конкурсының барлыҡ этаптарын үтеп, 70 төбәк һәм 110 ҡатнашыусы араһында еңеү яуланы.
Ашнаҡсылар командаһы «Кулинар алышта», блицтурнирҙа һәм квеста көстәрен һынай. Мәктәп менюһын тәҡдим итеүҙән тыш, тематик өҫтәл дә әҙерләнә. Стәрлетамаҡтар диетик туҡланыу менюһын, диңгеҙ ризыҡтарынан аш-һыу, йәғни киптерелгән том-ям, креветка ононан печенье һәм башҡалар тәҡдим иткән. Бынан тыш, ҡаланың 7-се мәктәбе шеф-ашнаҡсыһы Рима Черненко «Иң яҡшы ашнаҡсы» номинацияһында икенсе урын алған. Мәртәбәле конкурста икеләтә еңеү республикала уҡыусыларҙың туҡланыуын ойоштороу юғары кимәлдә булыуын иҫбатлай.
Әлфинә Килдейәрова