«Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә «Байыҡ» республика телевизион башҡорт бейеү конкурсының Гала-концерты үтте. 2025 йылда телепроекттың һайлап алыу турында Башҡортостандан, Татарстандан, Мәскәүҙән, Сорғот, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләренән меңдән ашыу бейеүсе ҡатнашҡан.
«Байыҡ» конкурсы 18-се тапҡыр бейеү сәнғәтенә тоғроларҙы бер майҙанға йыйҙы. Сәхнәлә республика һәм ил төбәктәренән 500-ҙән ашыу бейеүсе сығыш яһаны.
Быйыл Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Бөрйән райондары бейеүселәре әүҙемлек күрһәткән. Бәлиғ булыу йәшенә еткән конкурста ҡатнашыусылар башҡа йылдарға ҡарағанда әҙерлеклерәк килгән.
«Иң Яҡшы ҡуйыусы» исемен Һәм 100 мең һумлыҡ призды Әлшәйҙән Азамат Кәримов яуланы. Йыл етәкселәре исеменә Гүзәл Исламғолова Һәм Силәбе өлкәһе вәкиле Эдуард Яхин лайыҡ булды.
«Байыҡ» бейеү конкурсына йылдан-йыл сит төбәктәрҙә йәшәүселәр күпләп ҡушыла. уларҙы һөнәренә, йәше-ҡартына ҡарамай, милли бейеүҙәргә һөйөү берләштерә.
Сәхнәлә йәш бейеүселәр ҙә өҙә баҫты. Тимәк, быуындан-быуынға күсә килгән башҡорт бейеүенең тамырҙары ныҡ, киләсәге өмөтлө.
Рәмилә Исмәғилева