Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеүҙе хупланы

Владимир Путин 2026 йылды Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы тип иғлан итеү тәҡдимен хупланы. Президент был турала Кремлдә милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында хәбәр итте. Был ҡарар илебеҙҙә йәшәгән 190-дан ашыу халыҡ һәм этник төркөмдәр араһында берҙәмлек һәм үҙ-ара ихтирамдың мөһимлегенә иғтибарҙы йүнәлтә. Шулай уҡ дәүләт башлығы указы менән ике яңы байрам барлыҡҡа килде. Хәҙер 30 апрелдә илдә аҙ һанлы аҫаба халыҡтары көнө һәм 8 сентябрҙә Рәсәй халыҡтары телдәре көнө билдәләнәсәк.