Башҡортостандан беренсе бөтә Рәсәй агродиктантында 25 мең ярым кеше ҡатнашып, республика өсөнсө урын яуланы. Агродиктант төбәктең 344 яҙыу майҙансығында башҡарылған. Был дөйөм Рәсәй рейтингында алтынсы урын. Ҡатнашыусыларҙың яртыһынан күберәге -18 йәшкә тиклемге йәштәр. Ауыл хужалығы менән ҡыҙыҡһынған олоһо-кесеһе мәктәптәрҙә, колледждарҙа, юғары уҡыу йорттарында, агросәнәғәт комплексы предприятиеларында һәм Россельхозбанк офистарында диктант яҙған. Ил буйынса акцияла 89 төбәктән 400 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, ә 8 мең кеше, максималь 30 балл йыйып, абсолют еңеүсе булған.
«Берҙәм Рәсәйҙең» йәмәғәт ярҙамы штабында агродиктантта юғары һөҙөмтәләр күрһәтеүселәр һәм мәғрифәтселек сараһын ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусылар тәбрикләнде.Агродиктант-ул белемде тикшереү генә түгел, илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеүселәргә хөрмәт билдәһе лә.«Рәсәй ауылы» проекты сиктәрендә Россельхозбанк ярҙамында уҙғарылған акция йәнә бер тапҡыр Башҡортостанда аграр темаға ҡыҙыҡһыныу артыуын, ә йәш быуындың ауыл хужалығын үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә әҙер икәнлеген күрһәтте.