Башҡортостанда ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре дәүләт наградалары менән билдәләнде

Тырыш хеҙмәткә баһа. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан тармаҡ алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Тантанала билдәләнеүенсә, төбәк аграрийҙары йыл һайын республика иҡтисады үҫешенә тос өлөш индерә. Быйылғы күрһәткестәр ҙә ҡыуандырырлыҡ. Үҫтерелгән мул уңыш, мал аҙығының тейешле күләмдә тупланыуы һәм малсылыҡ продукцияһы етештереүҙәге ҡаҙаныштар ҙа аграр йылдың уңышлы тамамланыуына ишаралай.