«Һәнәк» журналының 100 йыллығына арналған китап-антологияның исем туйы үтте

Көлә-көлә «Һәнәк» килә. Республика сатира һәм юмор журналының 100 йыллығы уңайынан донъя күргән китап-антология шулай тип атала. Баҫманың исем туйы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең фирма магазинында үтте. Унда «Һәнәктең» тоғро дуҫтары һәм авторҙары, журнал уҡыусылар ҡатнашты. 500 дана тираж менән нәшер ителгән антологияға журналдың бер быуатлыҡ юбилейын күҙ уңында тотоп 100-ҙән ашыу авторҙың әҫәре ингән.