Башҡортостанда грипҡа ҡаршы прививка яһатыу миҙгеле дауам итә

Әле республика дүртенсе партия вакцина ҡабул итте. 700 меңгә яҡын препарат медицина учреждениеларына таратылған. Билдәле булыуынса, вакцина һалдырыу-киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса төп һәм иң һөҙөмтәле сара. Прививка иммунитет булдыра һәм өҙлөгөүҙәр барлыҡҡа килеү хәүефен кәметә, тип иҫкә төшөрә табиптар. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Киҙеүгә ҡаршы вакцинаның яңы партияһы ошо көндәрҙә ҡабул ителгән. Прививканы эшләтергә теләүселәрҙән көн дә иртәнге 8-ҙән алып сират теҙелә. Ҡышҡы осорҙа көсәйеүсе миҙгел ауырыуҙарына беҙ әҙер булырға тейеш, тигән фекерҙә пациенттар.

Иртә менән прививкалар яһатыу кабинетына Луиза Ғәлиева ла килеп етте. 86 йәшен тултырған ханым оҙаҡ йәшәүҙең сере менән бүлеште.

Вакцинацияны бер тапҡыр ҙа ҡалдырмаған пациент, был юлы ла прививка яһатты. Өфөнөң 43-сө поликлиникаһына баш ҡалала йәшәүсе 80 мең кеше теркәлгән. Айырыуса иғтибар хәүеф төркөмөнә ингәндәргә бирелә.

Башҡортостанға грипҡа ҡаршы 1 миллион 990 меңгә яҡын доза вакцина килтерелгән. Уларҙың барыһы ла республиканың медицина учреждениелары буйлап таратылған. Төбәктең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ әүҙем прививка яһата. Яҡын арала инъекцияларҙың тағы бер өҫтәмә партияһы ҡабул ителәсәк. Был республикала йәшәүселәрҙең 60 процентында киҙеүгә ҡаршы иммунитет барлыҡҡа киләсәк тигән һүҙ.

Әлфинә Килдейәрова