Өфөлә Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янындағы биләмә төҙөкләндерелә

Өфөлә Дорофеев һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янында йәмәгәт биләмәһе төҙөкләндерелә. Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, Социалистик Хеҙмәт Геройы Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер янындағы биләмәне төҙөкләндереү Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса башҡарыла. Биләмәлә плиталар түшәү тамамланған, йәшелләндереү эштәре башҡарылған. Әлеге ваҡытта биләмәне кәртәләү һәм яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу эштәре алып барыла. Объект 90 процентҡа әҙер. Киләсәктә бында тарихи шәхескә һәйкәл ҡуйыу ҙа күҙаллана.

Төҙөкләндереү эштәре планға ярашлы башҡарыла. Әлеге 1100 квадрат метрҙа гранит брусчатка һалынған. Ун ике яҡтыртыу ҡоролмаһының уныһының терәүҙәре ҡуйылған, кәртәләр ҡуйыла. Биәләмәне төҙөкләндереү эштәре ике аҙнанан тамамлана.

Ришат Исмәғилев, Өфө ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү идаралығы етәксеһе урынбаҫары