Рәссам Гөлназ Мирхәйҙәрова Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына дәғүә итә

Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы ижадсыларға тапшырыласаҡ. Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге абруйлы премияға дәғүә итеүселәр араһында Башҡортостан рәссәамдар союзы ағзаһы Гөлназ Мирхәйҙәрова ла бар.

Аттар Гөлназ Мирхәйҙәрованың һәр икенсе картинаһында. Бала сағында олатаһы аҫыраған йылҡы малы араһында үҫкән ҡыҙҙы был тема оҙата килә. Сабый саҡта ата-әсәһенән ат һатып алып биреүҙәрен һораһа, хәҙер был хыялын майлы буяуҙар менән төшөрә. Ә рәссамлыҡҡа һәләте кескәй сағында уҡ асыҡланған.

Баш ҡалала Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика художество гимназияһында, һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыған ҡыҙҙың тыуған йорто картиналар галереяһын хәтерләтә. Һәр эшендә башлыса тәбиғәт күренештәре сағылыш таба.

Картина яҙыр алдынан тәүҙә йөкмәткеһен күҙ алдыма куилтерәм, уны үҙем аша кисерәм, шунан буяуҙар һәм бумала алам. Ижадым аша үҙемде табыу хисе миңә илһам бирә.

Гөлназ Мирхәйҙәрова, рәссам

Рәссамдың эштәре Йәшлек Хаус майҙансығында күргәҙмәгә ҡуйылған. Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына дәғүә иттеүсе еңә ҡалһа премияһына мотлаҡ ат һатып алмаҡсы.

Рәмилә Исмәғилева