Башҡортостандан “Лис” ҡушаматлы яугир “Батырлыҡ өсөн” ордены менән бүләкләнде

Был турала Ғафури районы хакимиәте башлығы Венер Вәхитов социаль селтәрҙә яҙа. Яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта батырлыҡ күрһәткән, дошман дронын бәреп төшөргән. Яугир десант-штурм батальонында хеҙмәт итә.